Минең девизым:
“Телең барҙа — илең бар, илең барҙа -иркең бар”
(Рәми Ғарипов)
Күҙегеҙҙе һаҡлаған кеүек,
Телегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Үҙегеҙҙе яҡлаған кеүек,
Телегеҙҙе яҡлағыҙ.
Ерегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Һөнәрем: беренсе категориялы тәрбиәсе
Тыуған йыл: 10 май 1992 йыл.
Белемем:
1)Урта профессиональ белем биреү дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы Мәсәғүт педагогия колледжы.Өҫтәмә белем биреү педагогикаһы өлкәһендә өҫтәмә әҙерлек менән башланғыс кластар уҡытыусыһы
2)Юғары белем биреү Федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы Мифтахетдин Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Өфө ҡалаһы(правоохранительная деятельность)(ситтән тороп уҡыу)Бакалавр
3)Федераль дәүләт бюджет юғары белем биреү учреждениеһы башшҡорт дәүләт университеты. Педагогика һәм мәктәпкәсә белем биреү методикаһы программаһы(дистанционно уҡыу)
Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу нимәне аңлата?
Был бик еңел эш түгел, бер туҡтауһыҙ яңы асыштар эҙләргә,яңылыҡтар донъяһында йәшәргә.Тәрбиәсенең мөһимлеге-балаларға кәрәкле булыу,файҙалы булыу.
Тәрбиәсе булыу-ул сабырлыҡ өлгөһөндә булыу,ҡайғыртыусан,балаларҙы үҙеңдең балаң кеүек күреү.
Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе бөтә нәмәгә эйә булырға тейеш уйнарға, һүрәттәр төшөрөргә,елем менән ҡулланырға, бейергә белергә, йырлау һәләтенә эйә булырға һәм башҡалар.
Тәрбиәсе үҙе күберәк белгән һайын, балалар менән аралашыу еңелерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ була бара.Шулай уҡ тәрбиәсе ата-әсәһе менән тығыҙ бәйләнештә булған һайын,балалар менән яҡшыраҡ эшләй белергә тейеш.Тәрбиәсенең һорауына ата-әсәләр яуаплы ҡараһа,икеләтә ҡыуаныс.Сөнки бергәләп эшләү менән генә шәхес тәрбиәләү мөмкин.Әммә иң мөһиме тәрбиә биреүсе балаларҙы ярата белергә тейеш.Тәрбиәсе булыу-ул әсәлек кеүек хәстәрлек, наҙ һәм иғтибар менән уратып алыу тигәнде аңлата.Бер юлы 14 баланан ыңғай заряд һәм кәйеф күтеренлеге.
Мин тәрбиәсе булыуым менән ғорурланам.Балаларым менән бергә йәшәргә өйрәнәм.Бик күп ролдәр актирасаһы мин,әммә ләкин төп ролем-балаларға “икенсе әсәй” булыу.
Ҡышҡы матур, тылсымлы тәбиғәт ҡосағында саңғыла йөрөргә яратам, шулай уҡ йырларға ла яратам. Вокальный ансамбльдәрҙә сығыштарҙа һәм саңғы ярыштарын да әүҙем ҡатнашам.