Исламова Гөлнурҙың рәсми сайты

Ата-әсәләр өсөн

Дөрөҫ тәрбиә биреү

Баланы тәрбиәләгәндә иң мөһиме ҡысҡырмаҫҡа, баланы нисек бар, шулай яратырға.
Шулай итеп…

-Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ;
-Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ;
-Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ;
-Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын;
-Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ;
-Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ;
-Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ;
-Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ;
-Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ;
-Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ;
-Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ;
-Баланы кәмһетмәгеҙ;
-Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ;
-Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ;
-Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ;
-Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ;
-Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

Адаптация еңел үтер өсөн

Балалар баҡсаһына сабыйығыҙ тиҙ өйрәнһен тиһәгеҙ…
Балалар баҡсаһына йөрөй башлау менән бала тормошонда күп нәмә үҙгәрә: көн режимы, 9 сәғәт йәки унан да күберәк ваҡыт атай-әсәйҙәрҙән айырылып тороу, тәртип буйынса яңы талаптар, таныш булмаған бина, башҡа төр аралашыу.
Быларҙың бөтәһе лә бер юлы сабый иңенә төшә һәм уны туранан-тура стресс хәлендә ҡалдыра. Һөҙөмтәлә бала еңмешләнә, көйһөҙләнә, бөтә нәмәнән ҡурҡа, аппетиты юғала, йыш ауырый.
Балалар баҡсаһына яраҡлашыу йәки адаптация осоро өс төргә бүленә: еңел, уртаса һәм ауыр өйрәнеү.
Тәүгеһендә бала яңы шарттарға тиҙ өйрәнә, йәғни 10-15 көндә уның тәртибе нормәлләшә. Тән ауырлығы нормаға инә, коллективта үҙен яҡшы тоя, сир-сырхауға бик бирешеп бармай.
Икенсеһендә балалар баҡсаһына бер айҙан һуң ғына ныҡлап яраҡлаша. Психик стресс билдәләре күҙәтелә, ҡыҫҡа ваҡытҡа тән ауырлығын юғалтыуы, 5-7 көн ауырыуы ихтимал.
Өсөнсө төр адаптация осоронда баланың тәртибендәге һәм һаулығындағы үҙгәрештәр 2-6 ай дауам итергә мөмкин. Был ваҡытта улар яңы белемгә эйә булыу түгел, киреһенсә, белгән күнекмәләрен онота. 

Ата – әсәләргә тәҡдимдәр

  1. Баланы көн режимын үтәргә өйрәтегеҙ.
  2. Өйҙә уҡыусы мөйөшөн булдырығыҙ.
  3. Балала мәктәпкә һәм уҡытыусыларға һөйөү тәрбиәләгеҙ.
  4. Баланы тәртип ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтегеҙ, һәр уйын ҡағиҙәгә буйһонһон.
  5. Бала хеҙмәтте яратып үҫһен. Унда ябай ғына хеҙмәт күнекмәләре тәрбиәләгеҙ. Өйҙә уның үҙ вазифаларын билдәләгеҙ (һауыт-һаба йыуыу, өйҙө йыйыштырыу, кер йыуыу, энә, кайсы менән файҙаланыу, аш-һыу әҙерләү, өҫтәл әҙерләү, сәскәләр бағыу, бахсала ҡулынан килгән эште башҡарыу, үҙенең урынын йыйыштырыу, магазинға барыу).
  6. Баланың организмын сыныҡтырыу хәстәрлеген күрегеҙ (зарядка, теш таҙартыу, саңғыла, конькиҙа һәм велосипедта йөрөү, йөҙөү, ҡул тубы уйнау, шашка һәм шахматта уйнау һ.б.)
  7. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
  8. Баланың логик фекерләүен үҫтерегеҙ, уның өсөн хисаплау ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ (тигеҙ, күп, аҙ, бейек, түбән, оҙонораҡ, ҡыҫҡараҡ, йоҡараҡ- ҡалыныраҡ, оло-кесе һ.б. Әйберҙең формаларын отоп алыу күнекмәләрен өйрәтегеҙ).
  9. Тәбиғәт менән таныштырығыҙ: йыл миҙгелдәренең алмашыуы, йорт һәм ҡырағай хайуандар, ашарға ярашлы һәм ағыулы бәшмәктәр, үҫемлектәр һәм ағастар, ҡышлаусы һәм күсмә ҡоштар, тәбиғәт үҙгәреше, һауа торошо.
  10. Баланың ижадын үҫтерегеҙ: конструктор, пластилин, балсыҡ менән эшләргә өйрәтегеҙ; тегеү, сигеү, рәсем, ағасты көйҙөреп һырлау һ.б.
  11. Баланың телмәрен үҫтерегеҙ: һөйләтегеҙ, әкиәт һөйләүҙең планын төҙөтөгөҙ, әйтем һәм йомаҡтарҙың йөкмәткеһен әйтешегеҙ, уҡырға өйрәтегеҙ, һөйләм төҙөргә ярҙам итегеҙ.

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…

  1. Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
  2. Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
  3. Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ.
  4. Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
  5. Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
  6. Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
  7. Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
  8. Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
  9. Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
  10. Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
  11. Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
  12. Баланы кәмһетмәгеҙ.
  13. Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
  14. Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
  15. Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
  16. Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
  17. Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

Телмәр үҫтереүҙә бармаҡ уйындарының әһәмиәте

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урын­­лашҡан». Бармаҡ уйындары ба­ла­ның ҡул мускулдарын нығытыуға, иғ­ти­­барын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Ҡул моторикаһы үҫешмәгән балалар ҡалаҡ йә ҡәләмде насар тота, аяҡ кейеменд­әге бауҙы бәйләй, өҫ кейемендәге төймәләрҙе эләктерә алмай. Уларға конструкторҙың деталдәрен йыйыу­ы, пазлдар, иҫәп таяҡсалары, мозаика менән эшләүе лә ҡыйын. Башҡ­а балалар яратып башҡарған пласти­лин әүәләү, аппликация яһауҙан да улар баш тарта. Бындай балаларҙың аң кимәле шул рәүешле башҡаларҙан артта ҡала бара.

Ғөмүмән, был балаларҙың донъяны танып белеүе лә етерлек кимәлдә үҫешмәй. Ҡул моторикаһының үҫешмәүе сабыйҙа­рҙың күңел торошона, үҙ-үҙҙәрен баһалауына ла йоғонто яһай. Ваҡыт үтеү менән бындай балаларға яҙырға өйрәнеүе лә ҡыйынға тура килә. Шуның өсөн ата-әсәләргә һәм белгестәргә ваҡ моторика үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү кәрәк. Мәҫәлән, 2,5 йәштә балаға кеше һүрәтен яһарға, төймәләр эләктерергә иртәрәк, әммә 4-5 йәштә улар таҫма, аяҡ кейеме бауҙарын бәйләй, кеше һүрәт­ен төшөрә белергә тейеш.

Балалар баҡсаһында бармаҡ уйындары менән таныштырыуҙы кескәй­ҙәрҙән башлап бер нисә төркөмгә бү­леп ойоштороло. Тәүгеһендә балаға әйлә­н­ә-тирәләге предметтар, хайуандар бармаҡтар ярҙамында күрһәтелә. Был осраҡ­та күләгә театры (теневой театр) ҡулланыла. Фигураларҙы йомаҡ­тар, ҡыҫҡа юллы шиғырҙар менән бәйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булыш­лыҡ итә, ишетеү һәләтен камиллаштыра, ҡыҙыҡһыныуын уята. Бармаҡ театр­ын да балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара.

Өлкәнерәк балалар менән төҫлө таяҡсаларҙан төрлө фигуралар төҙөйбөҙ. Уйындың был төрөндә балалар төҫтәр менән бергә геометрик фигураларҙы ла ҡабатлай. Шулай уҡ пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа балалар өсөн бик файҙалы.

Ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереү түбәндәге ҡағиҙәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла:

    Баланы мәжбүр итергә ярамай, эште уға оҡшаған күнекмәләрҙән башлау зарур.

    Күнекмәләр даими ҡабатланырға тейеш.

    Баланың иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы тиҙ кәмей, шуға күрә дәрестәр 3 йәшкә тиклем 5 минут тәшкил итһә, артабан ваҡыт һәм уйындар күләме арта бара. Эш процесында бала өсөн уңайлы темп һайлау ҙа мөһим.

«Юл һалыу». Балаларға фломастер менән ҡағыҙ битендә машинаның барған юлын күрһәтергә ҡушыу: «Тура барабыҙ, уңға боролабыҙ, алға елдерәбеҙ, һул яҡҡа китәбеҙ…».

«Хәреф төҙөү». Балаларҙан баҫма хәрефтәр төҙөү өсөн элементтар һайлатыу. Хәреф элементтары иҫәбе буйынса алфавит төҙөү.

Фланелеграфта овалдан, түңәрәктән, таяҡсанан һәм башҡа элементтарҙан хәрефтәр төҙөү.

«Иғтибарлы бул». Бер элементтан (О,С), ике элементтан (У, Г, З, Р) , өс элементтан торған хәрефтәр яҙырға.

Ғөмүмән, маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһендә генә балаларҙың иғтибары, зиһене үҫешә. Ә проблемаларҙы алдан күреү, диагностикалау, уларҙы ваҡытында хәл итеү — уңыштың нигеҙе.

Ата — әсәләр өсөн кәңәштәр 

Күргәҙмә материал