Минең педагогик табышым
Беҙ тәрбиәселәр – ижади шәхестәр. Балалар баҡсаһында балаларҙың тормошо ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булһын өсөн, беҙ тәрбиәселәр, яңы методтар, асыштар уйлап сығарабыҙ.
Һәр тәрбиәсенең үҙенең эш тәжрибәһе, яңы инновацион алымдары бар.
Был биттә мин үҙемдең эш тәжрибәм уртаҡлашырға теләйем.
Минең педагогик табышым мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы театрлаштырылған эшмәкәрлек ярҙамында башҡорт теленә өйрәтеү булып тора.
Мин театр эшмәкәрлеге өсөн пьесалар йыйынтығын төҙөнөм.







