Ошо көндәрҙә «Йыл Педагогы — 2023» һәм «Туған телдә уҡытыу менән Йыл Педагогы -2023» конкурстарының муниципаль этабы тамамланды, унда тәрбиәселәребеҙ Глүсә Әнфәл ҡыҙы Исламова Һәм Гөлнур Кәрим ҡыҙы Исламова ҡатнашты.
Конкурс өс этапта үтте: ҡатнашыусының интернет-ресурсы, балалар менән сара, оҫталыҡ дәресе менән педагогик табыш.
Уҡытыусыларыбыҙ бөтә этаптарҙа ла бик яҡшы сығыш яһаны.
Глүсә Әнфәл ҡыҙы «Йыл Педагогы — 2023» конкурсында еңеүсе булды, Гөлнур Кәрим ҡыҙы 2-се урын алды!
Уҡытыусыларыбыҙҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайбыҙ! Яңы һөнәри ҡаҙаныштар теләйбеҙ!









