Башҡортостанда милли кейем Көнө билдәләнә.
Шуға бәйле, беҙҙең балалар баҡсаһында ошо датаға арналған төрлө саралар уҙғарылды. Балалар төрлө халыҡтарҙың костюмдарын һәм кейем элементтарын рәхәтләнеп биҙәне, милли уйындар уйнаны, башҡорт, рус һәм татар костюмдарын кейеп ҡараны.
Педагогтар үткәргән әңгәмәләр, уйындар, художестволы ижад республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереүгә, халыҡ йолаларын һаҡлауға, дуҫлыҡ тойғоларын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән









