Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында балалар һабантуйы үтте!
Байрамды тантаналы рәүештә башҡорт егете һәм башҡорт һылыуҡайы аттағы егет ҡыҙҙы ҡыуып етергә тейеш булған боронғо йолаларҙы иҫкә төшөрҙө, көслө алҡыштар аҫтында игенсе менән сәсеүселәрҙе ҡаршы алды.
Урта төркөм малайҙары «Көрәш» милли көрәшен күрһәтте, өлкән төркөм малайҙары «тоҡ менән алыш»ярышында үҙ көсөн һәм оҫталығын һынаны.
Һуңынан күңелле эстафеталар башлана. Һәр төркөмдөң балалары сиратлап уйын зоналарында ярыша.
Байрам аҙағында балалар сәк-сәк менән һыйланды.
Байрам сағыу, ҡыҙыҡлы һәм күңелле үтте!









