16 майҙа, Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында «Урал батыр» төбәк-ара йәш сәсәндәр һәм эпик әкиәттәр башҡарыусылар конкурсының зона этабы үтте.
Конкурста Асҡын, Ҡариҙел, Мәсетле, Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Балаҡатай райондарынан эпосты башҡарыусылар ҡатнашты.
Тәрбиәләнеүселәребеҙ Кәмилә Хәзиәкбәрова 2-се урынды (етәксеһе Гөлнур Кәрим ҡыҙы Исламова), Амелия Хисаметдинова һәм Ясмина Рәжәпова (етәкселәре Лиана Илшат ҡыҙы Сабирйәнова, Гөлнур Кәрим ҡыҙы Исламова) рәхмәт хаттары менән бүләкләнгәндәр.
Ҡотлайбыҙ беҙҙең йәш сәсәндәребеҙҙе һәм уларҙың етәкселәрен!
Афарин!









