Бөгөн «Урал батыр — кешелек байлығы»XV ХАЛЫҠ-ара конкурсының муниципаль этабы уҙҙы.
Башта «иң яҡшы видеоролик»номинацияһында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтә. Нафиҡова Наргиза һәм Рәжәпова Ясмина 1-се дәрәжә дипломанттар була.Ә «иң яҡшы башҡарыусыға» номинацияһында тәрбиәләнеүселәр «Урал батыр»башҡорт халыҡ эпосын башҡарыуҙа үҙ һәләттәрен күрһәтте. Тәрбиәләнеүселәребеҙ 1, 2 һәм 3 урынға лайыҡ булды.
Уларҙы уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ!
«Урал батыр»башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙы әҙерләгәндәре өсөн етәкселәргә һәм тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләренә рәхмәт белдерәбеҙ









