Исламова Гөлнурҙың рәсми сайты

Беҙҙең дуҫ коллектив мәктәп йәрминкәһендә ҡатнашты!Беҙ көҙгө төрлө бүләктәр, тәмле ҡамыр ризыҡтары тәҡдим иттек, теләгән һәр кемде самауырҙан сәй һәм ҡайнар ҡоймаҡ менән һыйланыҡ.Йәшелсә — помидор, ҡыяр, һарымһаҡ, әсе борос; кәбеҫтә, курага, клубника, грек сәтләүеге менән бәлеш; һөт продукцияһы — һөт, аҡ май, ҡыҙыл эремсек һатыла. Шулай уҡ педагогтар коллективы әҙерләгән үлән йыйымдары ( барлығы 7 төр).Ә беҙ сауҙа урынын нисек дуҫтарса һәм ҡыҙыҡлы итеп күрһәттек!Һәм 1-се урынды яуланыҡ!!! Ураа!Был еңеү-команда эше һәм берҙәмлек һөҙөмтәһе.