Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында «сикһеҙ Ижад» ғаилә фестивале үтте, унда 6 ғаилә: Ғәйҙуллиндар, Нафиҡовтар, Кашаповтар, Хөснитдиновтар, Хәмитовтар, Вилдановтар ҡатнашты.Һәр ғаилә визит карточкаһын тәҡдим итте һәм тамашасыларҙы үҙенең ижади номеры менән ҡыуандырҙы. Тәрбиәләнеүселәребеҙҙең ғаиләләре ижадтың ысынлап та сикһеҙ булыуын иҫбатланы! Йырҙар, бейеүҙәр, ижади номерҙар былар барыһы ла шатлыҡ һәм күңел асыуҙың иҫ киткес атмосфераһын тыуҙырҙы!Ҡатнашыусы ғаиләләр номинациялар буйынса грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Бағыусыһы-Шәхси эшҡыуар Киямова Лилиә Сәхратулла Ҡыҙы.Барлыҡ ҡатнашыусыларға тырышлыҡтары һәм ижади һәләттәре өсөн рәхмәт!








